Өфөнөң Ленин районы хакимиәтендә церебраль фалиждан яфаланған Софья Журавлеваға инвалид коляскаһы тапшырылды.
Мәрхәмәтлек акцияһы өсөнсө йыл рәттән «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе башланғысы менән ойошторола. Проект мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға коляска һатып алыуҙы күҙ уңында тота.
Әле Софьяға ун алты йәш, быға тиклем ул ата-әсәһе ярҙамында механик коляскала хәрәкәт иткән. Яңыһы күпкә уңайлыраҡ, үҙаллы идара итергә мөмкин.
Гөлназ Хәйбуллина