Социаль программаның мөмкинлектәре бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда уҙған түңәрәк өҫтәлдә лә ҡаралды.
«Урам балалары» проектының авторы Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы, йәмәғәт эшмәкәре Василий Зарабелов. Программаға ярашлы, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙы спортҡа йәлеп итеү күҙаллана. Һүҙ бушлай шөғөлләнеү мөмкинлеге биргән төрлө спорт түңәрәктәре тураһында бара.
Депутаттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре әйтеүенсә, секцияларҙы билдәле тренерҙар уҙғарасаҡ. Шөғөлләнергә теләк белдергән балаларға медицина тикшереү үткәреү, спорт кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итеү ҡаралған. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин фекеренсә, республикала был йүнәлештәге эшмәкәрлек алып барыла. Яңы проект уны ҡануни яҡтан нығытыу һәм киңерәк йәйелдереү мөмкинлеге бирә.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар фекеренсә, проект сиктәрендәге бушлай спорт секциялары ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙың буш ваҡытын файҙалы итеп ойошторорға булышлыҡ итәсәк. Йәш спортсылар өсөн билдәле шәхестәр менән осрашыу, психологик тренингтар һәм оҫталыҡ дәрестәре лә ҡаралған.
Рәмзиә Кәримова