Оранжереяларҙа орлоҡтарҙы сәсеү ғинуарҙа уҡ башланған.
Ике аҙна тирәһе ваҡыт үткәс, үҫентеләр күсереп ултыртыла. Уларға көн һайын һыу һибелә, үҫентеләр нығынһын өсөн 14-16 cәғәт дауамында өҫтәмә рәүештә яҡтыртыла. 80 мең петуния, 20 мең бәрхәт сәскәләр һәм башҡалар 9 май Еңеү Көнө алдынан байрам саралары үтәсәк майҙандарға ултыртыласаҡ.
Электрон акуцион нигеҙендә Мәскәүҙең «АГРОРОСТ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тағы ла 211 төрлө бер йыллыҡ сәскәләр менән тәьмин итер тип көтөлә.
Гүзәл Борханова