Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар ашнаҡсы ролендә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был юлы улар ҡоймаҡ ҡойоп ҡараны. Өфөнөң сәләмәтлек буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау үҙәгендә ойошторолған байрамда БСТ каналының ижади төркөмө лә булды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Оҙон ҡышты оҙатыу һәм ҡояшлы яҙҙы ҡаршылау байрамын реабилитация үтеүсе балалар түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Физик мөмкинлектәре сикләнһә лә, аш-һыу әҙерләүҙә һынатмайҙар. Ҡоймаҡ ҡойоуҙа беренсе тапҡыр ҡатнашыусыларға оло йөрәкле, ихлас хеҙмәткәрҙәр ярҙам итә.

Үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр ҡойған ҡоймаҡтары төйөрлө килеп сыҡһа ла, ҡыҙҙар-малайҙар бирешергә теләмәй, сөнки улар бында ауырлыҡтарҙы еңер өсөн килгән.

Былтыр ҡоймаҡ байрамы тышта ойошторолған. Быйыл һауа шарттарын һыуыҡ булыуын иҫәпкә алып, ул бина эсендә үткәрелде. Ҡоймаҡ ҡойоуҙа ҡатнашҡан балалар дуҫтарын да тәмлекәстәр менән һыйланы.

Илһөйәр Маҡолова йорт шарттарында ла һөткә туғып ҡоймаҡ бешерергә ярата икән. Хәҙер инде ҡулы ла оҫтарып бөткән.

Ҡоймаҡ байрамы үтәсәк залды биҙәүҙә лә балалар ихлас ҡатнашҡан. Әйлән-бәйлән уйындары, йыр-бейеү менән үрелеп барған байрамда һәр балаға айырым роль бүленгән.

Пандемияға бәйле сикләүҙәр арҡаһында майлы ҡоймаҡ байрамын бина эсендә үткәрәбеҙ. Сарала беҙҙең стационар шарттарында дауаланған 35 бала ҡатнаша. Мөмкинлектәре сикләнһә лә, беҙҙең балалар тырышып ҡоймаҡ ҡоя. Байрам уларҙың аралашыу даирәһен арттыра һәм кәмһенеү тойғоларынан арындыра.

Рауил Миңлебаев, Өфө ҡалаһының мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау үҙәге директоры

Йомартлыҡ, ихласлыҡ байрамында ҡатнашыусылар туйғансы майлы ҡоймаҡ менән һыйланды, әкиәт геройҙары менән ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнашты. Бындай күңелле саралар ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа булһа ла балаларға ауырыу-сырхауҙарҙы онотолоп торорға ла булышлыҡ итә, ти белгестәр.

Гүзәл Борханова