Оҫталыҡты шымартып. Өфөлә автомобиль транспортында авария-ҡотҡарыу эштәре үткәреү буйынса ярыш ойошторолдо. Унда баш ҡаланың янғын һүндереү частәре һәм Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Өфө эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Автомобилдә авария ҡотҡарыу эштәре буйынса ярыш, тәү сиратта берҙәмлекте талап итә. Шуға ла майҙанға сыҡҡан төркөм етәксеһе Венер Йәғәфәровҡа эшләп торған генераторҙың тауышын баҫып бар көсөнә ҡысҡырырға тура килә. Командаларҙың теүәл үтәү ярышта еңеүҙең яртыһы, ә тормошта ҡотҡарылған кеше ғүмерҙәре,- ти янғын һүндереүсе Венер Йәғәфәров.
Автомобилдә авария-ҡотҡарыу эштәре барышында хеҙмәткәрҙәр ҡеүәтле ҡорамалдар, гидро ҡыҫҡыс, ҡайсы һәм домкрат ярҙамында эш итә. Улар бер ауырлыҡһыҙ транспорт сараһының кузов өлөштәрен телгеләү, тартҡылау һәм өҙгөләүгә һәләтле. Ҡатмарлы ҡорамалдарҙы ҡулға алыу өсөн тәжрибә кәрәк. Был ярыштың маҡсаты ла тап хеҙмәткәрҙәрҙең оҫталығын шымартыу. Ғәҙәттән тыш хәл урынында ҡотҡарыусы хирург кеүек теүәл эш итергә тейеш. Бәләгә тарыусыларҙың ғүмере уларҙың һөнәри оҫталығына бәйле.
Ярышта Өфөнән барлығы өс ҡотҡарыусылар командаһы ҡатнашты. Еңеүселәргә Рәсәй кимәлендә үткән автомобилдә авария ҡотҡарыу турнирында Башҡортостан данын яҡлау хоҡуғы бирелә.
Рафиҡ Әхмәтшин