Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы ял көндәрендә көсәйтелгән режимда эшләйәсәк

Your browser doesn't support HTML5 video.

Тикшереүҙәр барышында инспекторҙар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоусыларҙы һәм иҫерек водителдәрҙе асыҡлай. Юлдарҙың хәүефһеҙ булырға тейешлеген аңлаған һәр кем бындай рейдтарҙы ыңғай ҡабул итә.

Шуға ҡарамаҫтан, республикала руль артына эскән килеш ултырыусылар ҙа юҡ түгел. Улар ҡатнашлығында үлемесле авариялар теркәлеү осраҡтары ла бар. Фажиғәле хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында юл полицияһы водителдәрҙе айырыуса һаҡ булырға, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡыра.

Илдар Байбулатов