Башҡортостан менән Урал тау-металлургия компанияһы хеҙмәттәшлек итәсәк

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был туралағы килешеүгә Радий Хәбиров һәм Андрей Козицын ҡул ҡуйҙы.

Хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә арналған беренсе ведомство-ара эшсе төркөм ултырышында билдәләнеүсә, киләсәктә берлектә тормошҡа ашырырлыҡ күләмле проекттар етерлек. Уларҙың береһе – «Сибай – Сара» тимер юлын төҙөү.

Бынан тыш, осрашыуҙа предприятиеның яңы сәнәғәт объекттарын энергия менән тәьмин итеү һәм компанияны социаль башланғыстарға, атап әйткәндә, быйыл Өфөлә үтәсәк «Йәш профессионалдар» милли чемпионатына йәлеп итеү мәсьәләһе лә тикшерелде. Андрей Козицын фекеренсә, республика етәкселеге ярҙамы менән компания артабан үҫешеү өсөн юғары потенциалға эйә.

Быйыл ғына предприятиеның республикалағы инвестиция программаһы 18 миллиард һум күләмендә баһалана. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда, яҡынса ике тапҡырға күберәк. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та холдинг предприятиеларының сәнәғәтте үҫтереүҙәге өлөшөн айырым билдәләне.

Илдар Байбулатов