Уҙған тәүлектә республика юлдарында теркәлгән аварияларҙа 7 кеше йәрәхәтләнгән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Төндә Мәләүез – Ҡаран тимер юлы киҫелешенең 226-сы километрында Kia Spectra» автомобиле руле артындағы 18 йәшлек водитель  юл киҫелешендәге тепловоз менән бәрелешкән. Тыйыу билдәһенә ҡарамаҫтан юл хәрәкәтен дауам итеүсе егет һәм уның 20-йәшлек пассажиры йәрәхәтләнгән.

Авария буйынса тикшереү алып барыла. Республика дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, тәүлек эсендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 3300-ҙән ашыу осрағы теркәлгән, спиртлы эсемлектәр эсеп  рулгә ултырған 52 водитель асыҡланған.

Флорида Ким