Өфөлә йәшәүселәр «Өфө универмагы» артында төҙөлә башлаясаҡ йортҡа ҡаршы дәғүәләрен белдерҙе

Your browser doesn't support HTML5 video.

Граждандар фекеренсә, 26 ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө күрше иҫке йорттарҙың емерелеүенә килтерәсәк. Шулай уҡ бейек йорт тәҙрәләге йәшеллекте ҡаплап ғәҙәти тормошҡа нөктә ҡуясаҡ. Ҡала хакимиәтендә яңы йорт төҙөлөшө законға ярашлы раҫланған тип белдерҙеләр. Артабан БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.

Кадомцев урамында төҙөләсәк күп ҡатлы йорт берәүҙәр өсөн яңы торлаҡ булараҡ шатлыҡ хистәре менән көтөлһә, бәғзеләр – төҙөлөш эштәрен башларға ярамай тигән фекерҙә. 15-cе һанлы йортта йәшәүселәр күрше майҙанда ҡалҡып сығасаҡ яңы торлаҡ арҡаһында иҫке йорт бинаһы емерелеп төшәсәк, тип борсола. Проект буйынса ҡаралған 26 ҡатлы заманса торлаҡта машиналарҙы ҡуйыу өсөн ер аҫты парковкаһы ла ҡаралған, шуға ла ҡаҙыласаҡ майҙандағы күләмле эштәр фатир хужаларын хәүефкә һалған.

Бер нисә йыл элек Кадомцев урамы 15-cе йорт эргәһендә төҙөлгән яңы йорт та фатир хужаларының баш бәләһенә әйләнгән. Төҙөлөш һәм монтаж эштәре барғанда уҡ иҫке йорт стенаһы сатнап ярылған. Зыян күргән бинала 2016 йылда капиталь ремонт үткәрелгән.

Былтыр яңы торлаҡ төҙөлөшө менән бәйле йәмәғәт ултырыштары ойошторолған, әммә кәңәшмәгә 15-cе йортта йәшәүселәр саҡырылмаған. Төҙөлөшкә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдергән граждандар төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт иткән, әммә тырышлыҡ һөҙөмтә бирмәгән.

. Белгестәр әйтеүенсә, күп ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө законға ярашлы тикшереүҙәр үткәрелгәс кенә раҫлана. Кадомцев урамындағы яңы бина төҙөлөшөнә рөхсәт килешеүе 2024 йылға тиклем үҙ көсөнә эйә.

Флорида Ким