Сара бөйөр ауырыуҙарын иртә диагностикалау һәм уны иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.
Бөйөрҙәр – иң сыҙам ағза, ул дүрттән өс өлөшө зыян күргән осраҡта ла тулы ҡеүәттә эшен дауам итә ала. Ауыр хәлгә ҡалмайынса, проблема хаҡында белмәгән кешеләр ҙә йыш осрай. Бөйөрҙәрҙең организмдағы ролен тейешенсә баһалау мөһим: даими анализдар тапшырыу, ультра тауыш тикшереүен үтеп тороу кәрәк, ти нефрологтар.
Был йәһәттән «Сәләмәт бөйөрҙәр көнө» акцияһы сиктәрендә табиптар «Мега» сауҙа үҙәгендә консультация ойошторҙо. Ирекмәндәр иһә махсус иҫкәртәмәләр таратты. Шулай уҡ балалар өсөн айырым зона эшләне, унда кескәйҙәр сәләмәт тормош алып барыу буйынса уйындар уйнаны.
Әлфинә Килдейәрова