Ул «Үҫенте» балалар экология-биология үҙәгендә уҙҙы. Әсәләргә аэройога, күнекмәләр, үҙ-үҙеңә массаж эшләү алымдары өйрәтелде. Дим районы хакимиәте тарафынан булдырылған программа Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылына арнала. Проектты киләсәктә лә дауам итеү күҙаллана.
Мөмкинлеге сикләнгән бала үҫтергән ҡатын-ҡыҙҙар ғәҙәттә үҙенә ваҡыт бүлә алмай, тип һанай үҙәк хеҙмәткәрҙәре. Әсәләргә ял ваҡытында балаларын ҡарап тороу өсөн социаль хеҙмәткәрҙәр ярҙамға килгән. Үҙәк педагогтары тәҡдим иткән программа ҡатын-ҡыҙҙың физик һәм психик һаулығын яҡшыртыуға йүнәлтелгән, уларҙы өй шарттарында ла эшләп була.
Рәмилә Исмәғилева