Конкурста ауыл биләмәләре үҙешмәкәр коллективтары, мәғариф учреждениелары вәкилдәре төрлө жанр өлгөләре менән сығыш яһай ала. Сара йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, халыҡ уйындарын, ауыҙ-тел ижадын өйрәнеү, һаҡлап ҡалыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Фестивалдең тап Этҡол ауылы мәҙәниәт йортонда башланып китеүе осраҡлы түгел. Урындағы халыҡ сәнғәткә ғашиҡ, йыр-моңдан айырылғыһыҙ.
«Торатау мираҫы» фестивале 17 мартҡа тиклем дауам итә. Еңеүсе фольклор коллективтар апрель аҙағында ҡала Мәҙәниәт йортонда Гала-концертта сығыш яһаясаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина