Быйыл республикала сәсеү майҙандары 3 миллион гектарға еткерелә

Был хаҡта вице-премьер - Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов  белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Яҙғы баҫыу эштәре өсөн 16 миллиард һумдан ашыу аҡса кәрәк. Был һан былтырғы менән сағыштырғанда 11,6 процентҡа күберәк. Хөкүмәт вице-премьеры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, ҡыҫҡа ваҡытҡа кредит алыу ҡарала. Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы республикаға 260 миллион һумдан ашыу льготалы кредит бүлгән. Әле хужалыҡтар сәсеү техникаһын ремонтлай. Ул 20 мартҡа тиклем тулыһынса әҙер булырға тейеш. Сәсеүгә апрель уртаһында төшөү планлаштырыла. Әйткәндәй, 23 мартта Өфөлә“АгроКомплекс” халыҡ-ара күргәҙмәһе башлана. Унда 300-ҙән ашыу компания ҡатнашырға теләк белдергән.