Бөгөн Республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмәлә оло һыуға бәйле тәүге фараз менән таныштырҙылар. Республика Гидрометеорология һәм тирә-яҡты күҙәтеү буйынса идаралыҡ етәксеһе Вилора Горохольская әйтеүенсә, йылғаларҙа һыу кимәле 10 процентҡа кәмерәк көтөлә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЯҙғы ташҡынға бәйле теүәл мәғлүмәт март аҙағында билдәле була. Республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле хеҙмәттәр һәм район-ҡалалар етәкселәренә оло һыуҙы ҡаршылауға етди әҙерләнергә ҡушты.