Андрей Назаров кадастр хаҡын арттырмау маҡсатында күрергә ҡушты

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Республикала ике йылда 1 мең 800-ҙән ашыу ер участкаһы буйынса кадастр хаҡы ҡайтанан ҡаралған. Салауат, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Туймазы, Сибай, Октябрьский ҡалаларына иң күп дәғүәләр тура килгән. “Ғәҙел булмаған кадастр хаҡы бизнес һәм халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Шуға был өлкәлә алтын урталыҡ табырға кәрәк”, - тине Андрей Назаров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт