Уҙған аҙнала Башҡортостандың биш тиҫтәләп ауылы ҡар ҡамауында ҡалды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Көслө буран бигерәк тә Урал аръяғында ҡоторҙо. Махсус хеҙмәттәрҙең тәүлек әйләнәһенә ҡар менән көрәшеүенә ҡарамаҫтан, меңдәрсә кеше бер нисә көн дауамында өйҙәренән дә сыға алманы. Аҡман-тоҡман шулай уҡ район үҙәктәре менән дә юл бәйләнешен өҙҙө. Март бураны тағы ла ниндәй мәшәҡәттәр килтерҙе һәм халыҡ уны нисек йырып сыҡты? Киләһе репортажда. 

Күҙ асҡыһыҙ буранда бер әйбер ҙә күренмәй. Алда барған махсус техника ҙур ҡыйынлыҡ менән сираттағы ауылға юл яра. Әйтерһең,  дә ҡеүәтле трактор океандағы боҙватҡысты хәтерләтә. Бульдозер артынан  еңел автомобилдәр теҙелгән. Кешеләр нисек тә булһа өйҙәренә ҡайтырға, икенселәре эшкә барырға ашыға. 

Хәйбулла районындағы буран эҙемтәләре менән көрәшкә ике тиҫтәнән ашыу техника йәлеп ителгән. Әммә был ғына етмәй, шуға ла йыраҡ араны яҡын итеп коллегаларына ярҙамға Дәүләкәндәр ҙә килеп еткән. 

Буран көндәрендә Подольск ауылы мәктәбендә уҡыусылар күп түгел. Сөнки юл ҡапланғас, күрше ауылдарға автобус йөрөтөү мөмкин булмай.  Уның ҡарауы, балалар белемһеҙ ҡалмаған, бер йыл буйына тупланған тәжрибәгә таянып, йәш быуын ваҡытлыса онлайн уҡыуға күсерелгән.

Был көндәрҙә ашығыс хеҙмәттәр ҙә көсөргәнешле эш режимына күсерелгән. Тап ошо ҡатмарлы ваҡытта аҡ халатлыларға тулы приводлы автомобилдәр ярҙамға килгән. Әйткәндәй, яңы техникалар былтыр көҙ генә һатып алынған булған. Ә инде көрткә сумған осраҡта водителдәр көрәк ярҙамында сирлеләргә юлды яҡынайтҡан.   

Көслө буран Хәйбулла районында 4 тиҫтәләп ауылды ҡар аҫтында ҡалдырған, шуларҙың береһе Ивановка.  Өй алдарына һалған көрттөң ҡалынлығы урыны менән 2-3 метрға етә, шуға ла аҡман-тоҡман эҙемтәләре менән халыҡ бөгөн дә көрөшергә мәжбүр. 

Ҡар ҡамауына Йылайыр районы ла эләккән. Юлсылар буран эҙемтәләре менән көрәшкә бар техниканы сығарған, был эшкә  тракторҙары булған эшҡыуарҙар һәм фермерҙар ҙа ҡушылған. Өҫтәмә ротор хатта Бөрөнән саҡыртытлған. 180 ат көсө һәм сәғәтенә 24 литр солярка. Кабинаһы ла күренмәгән ЗИЛ ашыҡмай ғына ауылдарға юл аса.

Бәхеткә күрә, был көндәрҙә республикала фажиғәле хәлдәргә  юл ҡуйылмай.  Өҫтәмә ҡабул ителгән саралар ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаған. Айырыуса һуңғы сроктағы ауырлы ҡатындар иғтибарға алынған.

Юлсыларҙың ҡар менән көрәшеүҙәге тырыш хеҙмәтен Хөкүмәттәге бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров та билдәләне.

Урал аръяғында йәшәүселәр тәбиғәттең бындай күренештәренә күптән инде күнегеп бөткән. Йыл да ҡабатланмаһа ла,  аҡман-тоҡман һирәкләп булһа ла үҙен белгертеп тора, ти улар. Ә инде ҡар өйөмдәрен республикала йәшәүселәр берлектә йырып сыға алды. Меңдәрсә кеше ҡар тотҡононан ҡотолдо. 

Илдар Байбулатов