Коронавирусҡа ҡаршы «сәнғәт» прививкаһы

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында вакцинация буйынса мобиль пункт эшләй башланы. Тәүге көндән үк йөҙгә яҡын кеше ГАМ-КОВИД-ВАК препаратын ҡаҙатыр өсөн сиратҡа баҫты. Театр стеналарында төп ролдәрҙе башҡарған табиптар һәм пациенттар менән БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.

Тәримә Таймасованың йөҙөндә йылмайыу. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ойошторолған вакцинация буйынса мобиль пунктта ул тәүгеләрҙән булып ҡабул ителде. Ҡан баҫымы күтәрелмәгән, шәкәр кимәле, температураһы ла нормала. Табип-терапевт рөхсәте менән сал сәсле ханым прививка яһатырға юлланды.

Ҡатын коронавирусҡа ҡаршы прививканы «һулар һауа» менән сағыштыра. Оҙон ғүмерле булыу сере – сәләмәтлегеңде хәстәрләп, алдан иҫкәртеү. 

ГАМ-КОВИД-ВАК препаратын яһатҡандан һуң, пациенттар ярты сәғәт табип күҙәтеүе аҫтында булырға тейеш. 21 көндән һуң прививканың икенсе компоненты ҡаҙала.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында спектаклдәр һәр ваҡыт тулы залдар менән үтә. Вакцинация буйынса мобиль  пункттың тәүге эш көнөнән үк аншлаг.Привика яһатырға теләүселәрҙән ҙур  сират барлыҡҡа килде.Халыҡ көндөҙгө сәғәт өстән киске һигеҙенсе яртыға тиклем ҡабул ителә. Алдан яҙылырға кәрәкмәй.

Мәҙәниәт учреждениеһының Мәскәүҙәге «Геликон-опера» миҫалында күсмә пункт ойоштороу башланғысы төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан хуплау тапҡайны. Аксаков халыҡ йорто булараҡ барлыҡҡа килгән театр бөгөн дә халыҡ өсөн эшләй.

Поликлиникаларҙан айырмалы, театрҙа күпкә тынысыраҡ, сәнғәт атмосфераһы хакимлыҡ  итә. Аҡ халатлылар ҙа яңы эш урынына тиҙ өйрәнгән.

Вакцинация буйынса күсмә пункт театр миҙгеле тамамланғансы, июнь аҙағына тиклем эшләйәсәк. Мәҙәниәт учреждениеһында ҡыйыу тамашасыларға ишек һәр ваҡыт асыҡ. Иң мөһиме – ҡулда документың ғына булһын.

Гөлназ Хәйбуллина