Архангел районында «Башҡортостан легендаһы»

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ошо исем аҫтында уҙған йәкшәмбе ҙур мәҙәни фестиваль үтте. Ҡышты оҙатыу байрамы уйын-көлкө, йыр-моң менән үрелеп барҙы. Был хаҡта киләһе репортажда.

Байрам табыны милли һый-ниғмәттән һығылып тора. Башҡорт ризыҡтарының ниндәй генә төрөн күрмәҫһең. Иң мөһиме – тәбиғи продукт. «Башҡортостан легендаһы» исеме аҫтында үткән фестиваль Архангел районының бар ауылдарын тиерлек бергә йыйҙы. Саранан «Гөлнәзирә» фольклор ансамбле лә ситтә ҡалманы.

Байрам майҙаны дәртле таҡмаҡтарҙан гөр килде. Фестивалдең тап Архангел районы Арх-латыш ауылы биләмәһендә үтеүе осраҡлы түгел. Хозур тәбиғәт мөйөшө кемде генә һоҡландырмай. Төбәктәге Асҡын боҙ мәмерйәһе үҙе ни тора!

«Башҡортостан легендаһы» республика фестивале мәҙәни-тарихи яҡтан да әһәмиәтле. Бөрө ҡалаһынан килгән бер төркөм хәрби-тарихи клуб ағзалары килгән халыҡты костюмдары, уникаль экспонаттар менән йәлеп итте. Нисәмә йыл ваҡыт үтһә лә, хәрби ҡоралдар бөгөн дә һынатманы.

Байрам сараһы, ғөмүмән, йыр-моң менән үрелеп барҙы. Фестивалдең төп биҙәге әйлән-бәйлән уйындары ла ситтә ҡалманы. Төрлө быуын кешеләре ҡулға-ҡул тотоношоп майҙан буйлап үтте.

Ә инде сара йола буйынса ҡарасҡыны яндырыу менән тамамланды. Шулай ҙа фестиваль ҡатнашыусылары ҡышты оҙатһа ла, архангелдәрҙең Асҡын боҙ мәмерйәһендә миҙгел әйләнәһенә ҡыш хакимлыҡ итә. Ул туристар мәккәһе һанала.

Азат Ғәлиуллин