Өфө лимонарийында реконструкция көтөлә

Your browser doesn't support HTML5 video.

 Әлеге ваҡытта проект эштәре башланып ҡына тора. Оранжереяла 500 төрлө тропик һәм субтропик үҫемлек үҫтерелә. Улар мул уңыш бирһен өсөн бейек биналар һәм европа кимәлендәге оранжерея шарттары талап ителә. Өфө лимонарийында был аҙнала банандар өлгөргән. Экзотик емештәрҙе БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова тәмләп ҡараны.

Өфө лимонарийы мөдире Фәриҙә Садиҡова Мушмулла емеш ағасын Сочи дендрарийынан 2002 йылда алып ҡайтҡан. Емеше ферменттарға бай һәм сәләмәтлек өсөн файҙалы. Тик 4 метр ярым бейеклектә ул рәхәтләнеп үҫә алмай, хеҙмәткәрҙәр ағас ботаҡтары быяла түбәне емермәһен өсөн даими рәүештә ҡырҡып торорға мәжбүр.

Ә ыл яланда папая үҫә. Ул да Өфө лимонарийы өсөн яңы культура. Йөҙ төптән ашыу ағастар буйға үҫә алмай. Ҡауын ғаиләһенә ҡараған ағас емешендә кеше организмы өсөн файҙалы ферменттар һәм энзимдар бар. Йөрәк сирҙәренән  шифалы.

Оранжереяла банандарҙың ғына өстән ашыу төрө бар. Бәрхәт йәки кәрлә бананға буй еткерергә түгел, уны баҡсасылар декоратив тропик үҫемлек булараҡ йорт шарттарында ла үҫтерә ала. Ә былары йәннәт банандары. Уларҙың буйы 3-4 метрға етә һәм бер сәскәнән генә һикһәнләп емеш алырға була.

Гигант банандың буйы тәбиғәт шарттарында ун биш метрға етә. Ә Өфө лимонарийында ул артыҡ үҫә алмай, түбәләге быяла тәҙрәләрҙе емерә, ти, белгестәр. Шуға ла Өфө лимонарийында реконструкция үткәреү көн талабы.

Оранжерея шарттарында студент йәштәргә ландшафт дизайны нигеҙҙәре лә өйрәтелә. Олеся Федорова һәм Айгөл Еникеева Башҡортостанда «Уорлд-скилс» конкурсында еңеп, Бөтә Рәсәй күләмендә ярыштарҙа уңыш ҡаҙанырға ниәтләй.

Лимонарий хеҙмәткәрҙәре экзотик үҫемлектәрҙе тупрағын йомшартып, аҙнаһына ике-өс тапҡыр һыу менән дымландырып тора. Хәстәрле ҡулдарҙа ҡәһүә лә мул уңыш бирә.

 Лимонарийҙың гектар майҙанында йыл дауамында ҡыҙыу эш бара. Етәкселек уның майҙанын тағы ла бер гектарға арттырып, бейеклеген ун метрға тиклем күтәрергә ниәт итә. Яңы үҙгәрештәр тропик һәм субтропик үҫемлектәрҙән мул уңыш алырға, фәнни эшмәкәрлекте лә европа кимәленә күтәрергә булышлыҡ итәсәк тип көтөлә.  

Гүзәл Борханов