Йәштәр хоккей лигаһында плей-офф барышында тәүге әйләнештә “Толпар” һәм “Югра мамонттары” осрашты. Кисә Өфөлә уҙған дүртенсе уйында майҙан хужалары Ханты-Мансийскиҙан тиҫтерҙәрен өҫтәмә ваҡытта 5-4 иҫәбенә еңде. Шулай итеп, “Толпар” серияла өс еңеү яуланы һәм Харламов кубогы өсөн көрәштә сирек финалға сыҡты. Йәш юлаевсыларҙың дәғүәселәре яҡын арала билдәле була.