Башҡортостандан ике коллектив “Театраль Волга буйы” фестивалендә ҡатнаша

Республика конкурсында еңгән театрҙар округ финалына үтте. Салауат ҡалаһынан “Арлекин” өлгөлө театр-студияһы һәм Бәләбәйҙән “Браво” театр-студияһы йәштәре һәм балалары спектаклдәрен тәҡдим итә. Видеояҙмаларҙы фестиваль сайтында ҡарарға була. Проект финалы мартта Ижевскиҙа үтә.