Өфөлә 14 йәшлек үҫмерҙең башына йорт түбәһенән боҙ төшкән

Малай дауаханаға эләккән. Ваҡиға Чериковка биҫтәһендәге Ҡулса урамында булған. Йорт ҡыйыҡтарын ҡарҙан таҙартырға тейешле кешеләр яуапҡа тарттырыла, ти ҡаза буйыса тикшереү уҙғарыусылар. Табиптар халыҡты иғтибарлы булырға саҡыра. Биналарға үтә яҡын килмәҫкә, балаларҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш ителә.