Блогер Рөстәм Нәбиев CrossFit Open халыҡ-ара ярашында ҡатнашырға йыйына

Ул ғариза тапшырыуы хаҡында социаль селтәрҙә хәбәр иткән. “Әлегә Рәсәйҙән мин үҙем генә. Мөмкинлеге сикле кешеләр өсөн һайланған айырым программа буйынса шөғөлләнәм”, тип яҙған Рөстәм.

CrossFit Open ярышы 3 ноябрҙә үтә. Әле төрлө илдәрҙә йәшәүселәрҙе теркәү бара. Былтыр сентябрҙә Рөстәм Нәбиев Рәсәйҙәге иң бейек нөктә – Эльбрус тауына күтәрелгәйне. Уның был ҡаҙанышын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та баһаланы.