Программаға ярашлы, 2025 йылға тиклем 500-ҙән ашыу дауалау ойошмаһын төҙөү һәм ремонтлау ҡарала. Республикала 4 яңы дауахана, 10 поликлиника, 400-ҙән ашыу фельдшер-акушер пукнты асылырға тейеш. Бынан тыш, автотранспорт һатып алына һәм санитар авиация үҫешә. Ошондай эшмәкәрлек ауыл һәм төпкөл райондарға йәшәүселәргә медицина ярҙамы сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итә, тип белдерҙе Андрей Назаров.