Республика йыйылма командаһы йөҙөү буйынса Рәсәй беренселегендә уңышлы сығыш яһаны. Ярыш Пенза ҡалаһында үтте. Унда илдең 20-гә яҡын төбәгенән 400 самаһы спортсы ҡатнашты. Башҡортостан командаһы алты алтын, ете көмөш һәм бер бронза миҙал яуланы.