Йылдың тәүге айында Башҡортостандан экспорт күләме 12,8 процентҡа артҡан

155 миллион долларлыҡ продукция һатылған. Импорт күләме 37 миллион доллар булған. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, пандемия шарттарында бизнесҡа ярҙам итеү хөкүмәттең төп йүнәлешенең береһе булды. Был иһә экспортты арттырырға мөмкинлек биргән. Башҡортостанда экспортҡа ярҙам программаһы "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ярашлы ғәмәлгә ашырыла.