Бөгөн билдәле башҡорт хәрби эшмәкәре Хажиәхмәт Ишбулатовтың тыуыуына 170 йыл

Ул 1851 йылда хәҙерге Благовар районының Өйҙөрәкбаш ауылында тыуған. Ырымбур кадет корпусын тамамлағас, Өфөлә, Ырымбурҙа хеҙмәт итә, генерал-майор чинында отставкаға сыға. Беренсе донъя һуғышы башланғас яңынан хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 1918 йылда башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушыла. Башҡорт милли ғәскәрен етәкләй. Хажиәхмәт Ишбулатов 1921 йылда вафат була.