Тормоштоң йылдам ритмына «Ритм» үҙәге аша

Your browser doesn't support HTML5 video.

Республикала мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тәүге файҙалы көндөҙгө мәшғүллек үҙәге асылды. Торлаҡ йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан учреждениела инвалид балалар һөнәр үҙләштерә, социаль яраҡлашыу үтә. Бындай оҫтаханаларҙың барлыҡҡа килеүе балаларҙың реабилитация мөмкинлеген күпкә яҡшыртасаҡ, бойондороҡһоҙ һәм йәмғиәткә файҙалы кеше итәсәк, ти белгестәр. 

Кәрәҙ артынан кәрәҙ йәбештереп Юлиә үҙенең тормошонда тәүге май шәмен әүәләй. Был шөғөл уның өсөн оло һынау. Инвалид коляскаһында ултырған ҡыҙға быға тиклем ҡул эштәре менән булашырға форсат булмаған да тиерлек. Хәҙер уның күңел шәмендә ялҡын сатҡылары уяна.

Ҡояш ҡыҙҙары сигеү сикһә, егеттәр көршәк әүәләй. Һәр кем үҙенә оҡшаған һөнәр тапҡан. Әле был шөғөлдәр ваҡыт уҙғарыу өсөн генә тойолһа, киләсәктә уларҙың йәшәү рәүешенә әйләнеп китеүҙәре ихтимал. Һөнәрҙе лә балалар уйын формаһында ғына таба. ПрофКарта тип аталған өҫтәл уйыны кешенең кәсебен, яратҡан шөғөлөн табырға ярҙам итә.

18 йәше тулыу менән баланың ҡайҙа барырға тигән һорау тыуа. Шуға күрә беҙ алдан тест уҙғарып һөнәр йүнәлешен билдәләп ҡуябыҙ. Ниндәй кәсепкә әүәҫ икәнен асыҡлау менән шул йүнәлештә ныҡлап шөғөлләнәбеҙ.

Айгөл Хәсәнова, «Ритм» көндөҙгө мәшғүллек үҙәге хеҙмәткәре

Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн  көндөҙгө мәшғүллек үҙәген үтеүселәр тормошта ла үҙ урынын тиҙерәк таба, ти тәрбиәселәр. Һәр хәлдә, үҙаллы йәшәү өсөн тәүге тәжрибә ала. Ҡәҙимге көндәлек эштәр, ашарға бешереү ҙә мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ҙур хеҙмәт һәм тырышлыҡ менән бирелә.

Инвалидтар өсөн көндөҙгө мәшғүллек үҙәге республика өсөн яңылыҡ. Был тәжрибә Германия, Франция кеүек социаль үҫешкән илдәрҙән алынған. Әле бындай оҫтаханалар Мәскәү, Санкт-Петербургта, Түбәнге Новгород һәм Владимир өлкәләрендә генә бар. Уларҙың барлыҡҡа килеүе балаларҙың үҙҙәре, буш ваҡыты булған ата-әсәләр һәм дәүләт өсөн дә отошло .

Әле был эш һүлпәнерәк бара. Халыҡ күнегеп бөтмәгән. Интернатҡа тапшырҙың да вәссәләм , тип ҡарайҙар. Шуға күрә көндөҙгө мәшғүллек үҙәктәре селтәрен киңәйтеү өсөн тотош күңелен һалған, был ниәт менән янған кешеләр кәрәк. Башҡаса мөмкин түгел. Ә бит тап ошо йүнәлеш һәр яҡ өсөн дә отошло алым.

Ленара Иванова, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры

Оҫтахана ябай торлаҡ йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан. Был да үҙенә күрә ғәҙәти ,үҙаллы тормошҡа яраҡлаштырыу формаһы.

Социаль-хеҙмәт реабилитация сифатын яҡшыртыу Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса әүҙемләште. Төбәк башлығы күрһәтмәһенә ярашлы, 2024 йылға тиклем республикала инвалидтар өсөн 30 көндөҙгө мәшғүллек үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Тимәк, йәмғиәттә оло тормошҡа маяҡ булып тоҡанған май шәмдәре тағы ла артасаҡ ҡына.

Айнур Кәбиров