Әле тарихи ҡомартҡыларҙың 10 проценты йәғни 4 мең объект исемлеккә индерелгән һәм сиктәре билдәләнгән. Археология һәйкәлдәрен өйрәнеү өсөн белгестәр квадрокоптерҙар ҡуллана башланы. Һауанан фото төшөрөү ярҙамында былтыр 50 ҡурған һәм ике ҙур ҡәберлек табылған. Хәйбулла һәм Әбйәлил райондарында бронза дәүер ҡаласыҡтары, Баймаҡ районында “Ирәндек” музей-ҡурсаулығы биләмәһендә 300-ҙән ашыу археология һәйкәле асыҡланған.