Дәүләт милкенә зыян килтергән өсөн штраф түләргә тура килә

Борай районы суды фото- һәм видеотеркәү камераһын боҙған ир-егеткә хөкөм ҡарары сығарҙы. Ваҡиға быйыл ғинуарҙа Өфө – Бөрө – Яңауыл юлында теркәлә. Суд водителгә 500 һум штраф һалған һәм дәүләткә килтерелгән зыянды ҡапларға ҡушҡан. Транспорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, камераны ремонтлау 21 мең һумға төшә.