Яңауыл районында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән

Нефтекама- Яңауыл трассаһында “Хьюндай Соларис” автомобиле ҡаршы килгән “КамАЗ” йөк машинаһы менән бәрелешкән. Аварияла автомобиль хужаһы, уның пассажиры йәрәхәтләнгән. Юл хужалығы етәкселәренә трассаны ҡарҙан таҙартмаған өсөн протокол төҙөлгән. Уҙған көн республика юлдарында 5 авария теркәлгән, 11 кеше йәрәхәтләнгән. Тәүлек эсендә 2650-нән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы теркәлгән, 25 иҫерек водитель тотолған.