Һәр замандың үҙ Салауаты. Өфөлә Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, педагог, профессор, билдәле скульптор Салауат Щербаков менән осрашыу үтте. Яҡташыбыҙ Кремль майҙанындағы кенәз Владимир, Ғабдулла Туҡай, Петр Столыпин, Николай Склифосовский, Михаил Калашников һәм башҡа билдәле шәхестәргә арналған 40 ашыу һәйкәл авторы. Рәсәйҙең хәрби дан ҡалаларында урынлаштырылған 45 ашыу стелла ла уның ижад емеше. Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайында үткән сара барышында Салауат Щербаков тамырҙарын барлауы хаҡында һөйләне, фильм тураһында тәьҫораттары менән бүлеште.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт