Республикала 30 меңдән ашыу археология һәйкәле өйрәнелмәгән

Әле тарихи ҡомартҡыларҙың 10 проценты, йәғни 4 мең объект исемлеккә индерелгән һәм сиктәре билдәләнгән. Был турала Өфөлә уҙған семинар-кәңәшмәлә белдерелде. Унда Волга буйы федераль округына ҡараған 12 төбәктән һәм Рәсәй мәҙәниәт министрлығынан вәкилдәр ҡатнаша. Археология һәйкәлдәрен өйрәнеү өсөн белгестәр квадрокоптерҙар ҡуллана башланы, ти Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ обьекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Семинар – кәңәшмә эшен бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында дауам итә. Бында тарихи биләмәләр тип билдәләнгән  урындарҙа тарих һәм архитектура ҡомартҡыларын һаҡлау тәжрибәһе, архив эштәре өлкәһендә башҡарма власть менән берлектәге эшмәкәрлек буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторола.