Башҡортостанда диспансер тикшереү һөҙөмтәһендә ике айҙа 5 мең ярымдан ашыу ауырыу осрағы асыҡланған

Тәүге урында ҡан әйләнеше системаһы, икенселә -  аш һеңдереү органдары, өсөнсөлә тын алыу органдары ауырыуҙары килә. Тикшереү һөҙөмтәһе буйынса,  4800-ҙән ашыу кеше күҙәтеү аҫтына алынған, 2 меңгә яҡыны өҫтәмә тикшереү үтеүгә, 2600-ө шифаханаға, 69 кеше юғары технологиялы медицина ярҙамы алыуға йүнәлтелгән. Диспансер тикшереү 18 йәштән башлап 3 йылға бер үткәрелә. 40 йәштән уҙғандар  йыл һайын тикшереү үтә ала.