Коронавирус. Дарыуҙар өсөн миллиондар

Башҡортостан коронавирустан бушлай препараттар өсөн федераль ҡаҙнанан аҡса ала, 65 миллион һум бүленә. Препараттар өйҙә дауаланыусы пациенттарға тәғәйенләнә. Әле республикала ундайҙар һаны 5 меңдән ашыу. Дарыу табип рецебы буйынса бушлай бирелә. Һуңғы тәүлектә коронавирус 118 кешелә асыҡланған.