Өфө үҙәгендә фажиғәле хәл. Бөгөн көндөҙ баш ҡаланың Пушкин урамында ике ирҙең низағлашыуы һөҙөмтәһендә берәүһенең ғүмере өҙөлдө.
Ваҡиғаның видеояҙмаһы тиҙ арала социаль селтәрҙәргә таралды. Яҙманан күренеүенсә, ирҙәрҙең береһе икенсеһен бысаҡ менән сәнскәндән һуң, ваҡиға урынынан китеп бара. Уның юл эсендә ятып ҡалған ҡорбаны күмәк кеше алдында йән бирә. Һәләк булыусының юрист булып эшләүе билдәле.
Бынан тыш, беҙҙең ижади төркөмгә кеше үлтереүҙә ғәйепләнеүсенең үҙенә ҡоралдан атып ҡул һалырға маташыуы билдәле булды. Ниәтенә ирешә алмаған ир дауаханаға оҙатылған. Осраҡ буйынса енәйәт эше асылған.
Гөлдәриә Йосопова