Бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған «Сәләмәтлек сәғәте»ндә һаулыҡ һаҡлау системаһына ҡағылған мөһим һорауҙар ҡаралды.
Инцидент-менеджмент системаһына килгән мөрәжәғәттәрҙән күренеүенсә, әлеге ваҡыта халыҡтың күбеһен короновирустан прививка яһатыу, поликлиника, дауаханалар торошо менән бәйле һорауҙар борсой. Эксперттар әйтеүенсә, вакцинациялау графикка ярашлы бара, бөтәһе 13 пункт ойошторолған.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында мобиль пункт асылған, унда ике көн эсендә генә 250 кеше прививка эшләткән. Радий Хәбиров диспансеризациялау хаҡында ла иҫтә тоторға ҡушты. Быйыл 930 мең кешене тикшереү бурысы тора, әле уларҙың 105 меңе тәүге этапты үткән. Сөнки тап ошо сара күп сирҙәрҙе ваҡытында асыҡларға, ғүмерҙәрҙе һаҡларға булышлыҡ итә.
Ултырышта республика төбәктәрендә төҙөләсәк һәм ремонт уҙғарыласаҡ медицина учреждениелары хаҡында ла һүҙ барҙы. Мәҫәлән, быйыл Саҡмағошта һәм Бөрөлә поликлиникаларҙы сафҡа индереү, Баймаҡта, Мәсәғүттә төҙөлөш башлау ҡаралған.
Республика башлығы медицина учреждениелары етәкселәренә хәүефһеҙлек талаптарын етди үтәү бурысын да ҡуйҙы. Урында күрһәткестәр яҡшырһа ла, донъяла сирҙең яңы штамдары барлыҡҡа килеүе борсоуға һала, тине Радий Хәбиров.
Рәмзиә Кәримова