Өфөлә балет сәхнәһе йондоҙо Рудоль Нуриевты иҫкә алдылар

Your browser doesn't support HTML5 video.

 Быйыл уға 83 йәш тулған булыр ине.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры алдында билдәле артист барельефына сәскә гөлләмәләре һалынды. Тантанала театр хеҙмәткәрҙе, балет труппаһының художество етәксеһе, Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.

Тарих биттәренән билдәле булыуынса, Рудольф Нуриев 1953 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет студияһына ҡабул ителә. Ике йылдан йәш артист «Торналар йыры» постановкаһында тәүге ҙур ролен башҡара. Башҡортостанда сәхнә оҫтаһы иҫтәлегенә «Нуриев көндәре» үтәсәк. Быйыл Өфө балет труппаһына Рудольф Нуриев исеме бирелеү сәбәпле байрам айырыуса мәртбәле.

Әлфинә Килдейәрова