Башҡортостанда 100 мең ғаиләлә 3 йәштән алып 7 йәше тулған балаларға ҙурыраҡ пособие түләнә

Республика башлығы Радий  Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, нигеҙ итеп балалар өсөн йәшәү минимумының яртыһы кимәлендәге сумма билдәләнгән, был 5 мең һумдан күберәк. Әгәр  ошо пособиены түләгәндән һуң ғаиләнең һәр ағзаһына уртаса килем төбәктәге йәшәү минимумынан аҙыраҡ булһа, бала өсөн түләү 75 процентҡа, йәғни, 7 мең ярым һумға еткерелә. Ошонан һуң да килем түбән ҡалһа, пособие йәшәү минимумының 100 проценты, йәғни 10 мең һум була. Ғаризалар 1 апрелдән ҡабул ителә башлай, 8-347-200-80-80 һандарына шылтыратып белешмә алырға мөмкин. 8-347-200-80-80. Аҙ килемле ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балаларға пособиелар түләү тәртибе ил президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса үҙгәрә.