Республика парламенты ошо турала проект әҙерләне, ул федераль Дума ҡарауына тапшырылды. Документҡа ярашлы, бер йыл эсендә ике тапҡыр иҫерек килеш руль артында тотолған, йә ауыр фажиғәгә килтергән авария эшләгән водителдең машинаһы конфискацияланырға тейеш. Ил хөкүмәтендә был проектҡа ҡаршы сығыусылар бар, шәхси милеккә хоҡуҡ боҙола тип белдерәләр.