Өфөлә йылытыу өсөн арттырып яҙылған сумма аталды

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында үткән кәңәшмәлә Өфө инженер селтәрҙәре 16 меңдән ашыу ғариза тикшерелеүе, 12 мең квитанция яңынан ҡаралыуы тураһында белдерҙе. Халыҡҡа 3 миллион ярым һум аҡсаһы ҡайтарылған. Ғаризаларҙы тикшереү дауам итә. БашРТС компанияһы Өфөлә 9 мең 400 мөрәжәғәт буйынса 7 миллион һумдан ашыу аҡса ҡайтара.