Республика башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, кампанияға 10 меңгә яҡын иҫәп алыусы йәлеп ителә. Был эш отчеттар төҙөү өсөн түгел, дөрөҫ социаль сәйәсәт алып барыу, йәғни, халыҡ мәнфәғәте өсөн кәрәк, тине ул. Халыҡ иҫәбен алыуҙы быйыл август-сентябрҙә уҙғарыу планлаштырыла.