"Атайсал" проекты сиктәрендә билдәле кешеләр тыуған яҡтарына ярҙам күрһәтә

Улар спорт йәки балалар майҙансығы төҙөү, йәмәғәт биләмәһе, шишмә, зыяратты төҙөкләндереүҙә ҡатнаша. Финанслашыу шарттарында ғәмәлдәге республика программаларына йәки “Атайсал” проектының башҡа башланғыстарына ҡушылырға мөмкин. Проект башланыуын көтөп тормай тыуған яҡтарына ярҙам иткән кешеләр бар. Уларҙың береһе – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Фәрит Ғиндуллин. Ул тыуған ауылындағы юлға ҡырсынташ түшәүҙе ойошторған. Фәрит Ғиндуллин “Атайсал” проектына ҡушылырға әҙер булыуы хаҡында белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Быйыл көҙ "Атайсал" проекты һөҙөмтәләре буйынса "Яҡташлыҡ көсө" тигән форум ойоштороу ҡарала.