145 пациент сирҙән һауыҡҡан, 3 кеше вафат булған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әле стационарҙара 272 пациент дауалана. Уларҙың 25-е ауыр хәлдә тип баһалана, 8-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Республикала коронавирус ҡорбандары һаны 325-кә етте.