Башҡортостан Башлығы Катализаторҙар заводында булды. Бында етештерелгән тауар юғары сифатлы яғыулыҡ сығарыуҙа ҡулланыла, шулай уҡ нефть- һәм газ эшкәртеү тармағында киң файҙаланыла. Радий Хәбиров билдәләүенсә, завод импортҡа алмаш йүнәлешендә уңышлы эшләй, экспортҡа ла тауар оҙата. Ойошмала 800-гә яҡын кеше хеҙмәт итә, уларҙың күбеһе йәштәр.