Беҙҙең республикала был сәйәси фирҡәнең бүлексәһе былтыр барлыҡҡа килде. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин әйтеүенсә, яңы партия булдырылыуы – ижтимағи-сәйәси өлкәлә яҡшы күренеш. Демократик дәүләттә күп партиялылыҡ булырға тейеш. Бөгөн Өфөлә “Яңы кешеләр” фирҡәһе “Идеялар марафоны” тигән конкурс финалын үткәрҙе. Унда еңеүсегә проектын тормошҡа ашырыу өсөн 300 мең һум премия бирелә.