Балтас районында «Йәш килен» республика этноконкурсы үтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән бәйгелә 15 райондан килгән һылыуҡайҙар майҙан тотто. Жюри ағзалары ҡыҙҙарҙың аш-һыу, ҡул эштәре оҫталығын ҡарап һынауҙар үткәрҙе.

Йыр-бейеү менән жюри ағзаларының күңелен әсир итергә тырышҡан ҡыҙҙар бар тырышлығын һалып сәхнәлә сығыш яһай. Балтас районында ойошторолған «Йәш килен» республика конкурсында ҡатнашыусы гүзәл заттар ике көн дауамында бәйгелә көс һынашты.

Ғаилә ҡиммәтәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән конкурста ҡатын-ҡыҙҙар аш-һыуға оҫталығын күрһәтеп, ризыҡтар күргәҙмәһен ойошторҙо. Милли кейем кейгән ҡыҙҙар ғаиләһе тураһында презентация әҙерләп, шәжәрә буйынса белемдәре менән уртаҡлашты.

Ҡул эштәре оҫталығы, сәхнә сәнғәте кеүек һынауҙарҙан тыш милли йолаларға, республика тарихына бағышланған викторина үткәрелде. .

Өсөнсө тапҡыр ойошторолған «Йәш килен» конкурсында беренселекте Балтас районы вәкиле Юлиә Вәлиева яуланы. Башҡа ҡыҙҙар төрлө номинацияларҙа оҫталығын күрһәтеп приздар менән бүләкләнде.

Флорида Ким