Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ошо туралағы ҡанун башланғысын Дәүләт Думаһы ҡарауына тапшырҙы. Документҡа ярашлы, бер йыл эсендә ике тапҡыр иҫерек килеш руль артында тотолған, йә үлемесле аварияға эләккән водителдең машинаһы тартып алыу хәйерлерәк.
Ил парламентында был закон проекты менән килешмәүселәр ҙә бар. Уларҙың фекеренсә, шәхси милеккә хоҡуҡ боҙола.