Комиссия ағзалары предприятиеларҙың авария-ҡотҡарыу бригадалары, янғын һүндереү машиналары һәм юл-патруль хеҙмәте машиналары торошон баһаланы. Ғәҙәттәгесә, техника һәм шәхси состав смотры «Яңауыл һыу каналы» ойошмаһы биләмәһендә үтте. Тикшереүселәр ойошмаларҙың яуаплы осорға ныҡлы әҙерләнеүен, тейешле ҡорамалдар һәм кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителеүен билдәләне.
Гөлдәриә Йосопова