Был тирәгә башҡа төр нәҙекәйбилдәрҙе индереү тыйыла. Был турала бөгөн Иглин районында үткән умартасылар йыйынында белдерелде. Ләмәҙ ауылы тирәһендә йүкә урмандары үҫә. Шуға ла төбәктә етештерелгән татлы ризыҡ иң сифатлыларҙан һанала.
Иглин умартасылар берлеге төбәк йәмәғәт ойошмаһы ултырышта уҙған йыл йомғаҡтарын барланы һәм киләһе миҙгелгә бурыстар ҡуйҙы. Фекер алышыуға район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыу вәкәләттәре йөкмәтелгән Гүзәл Насирова ла ҡушылды.
Яңы етәксе залдағыларҙы тәбрикләп, үҙенең умартасы ҡыҙы булыуын йәшермәне һәм Иглинда етештерелгән башҡорт балы данын тотош донъя кимәленә сығарыуға ҙур көс һалырға әҙер булыуын белдерҙе. Умартасылар иһә яңы миҙгелдә тағы ла күберәк татлы ризыҡ етештереү теләге менән яна.
Ултырышта француз эшҡыуарҙарының экспорт өсөн башҡорт балын етештереү йүнәлешендә инвестиция проекты мөмкинлектәре лә ҡаралды. Иглин умартасылары ике яҡ өсөн дә һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә асыҡ булыуҙарын әйтеп үтте.